Новости
11 Апрель 2025, 11:10

Ҡурҡыныс ауырыу һаман тарала бара

Ҡыҙылсаны кемдәр тарата?

Башҡортостан табиптары ҡыҙылса менән сирләүҙең тағы бер нисә осрағын теркәгән. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө, Белорет, Октябрьский һәм Туймазы райондары халҡы сирләгән. Күберәк был элек вакцинацияланмаған кешеләр араһында «ситтән килтерелгән" осраҡтар, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса матбуғат секретары Регина Аҡмалова.

Шул уҡ ваҡытта ҡыҙылса менән сирләүҙе вакцинация ярҙамында нулгә төшөрөргә мөмкин. Төбәктә халыҡтың 40 проценты тиерлек ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатҡан. Ҡыҙылсаға ҡаршы прививканы кешегә ике тапҡыр — 12 айҙа һәм 6 йәшендә яһайҙар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас