Новости
11 Апрель 2025, 09:51

"Босс" менән осрашыу

Бөгөн Иҫке Сибай ауылының ағиәйҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Босс” ҡушаматлы яугир менән осрашты. Ағинәйҙәр оло хөрмәт күрһәтеп, уны ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Бөгөн Иҫке Сибай ауылының ағиәйҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Босс” ҡушаматлы яугир менән осрашты. Ағинәйҙәр оло хөрмәт күрһәтеп, уны ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әңгәмә мул һыйлы табын артында барҙы. Һуңынан “Бос”ҡа Әлиә Хәмитова теккән толстовка бүләк иттеләр. Әйткәндәй, Әлиә Әхмәт ҡыҙы “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнөң әүҙем ирекмәне. Ул толстовкалар тегеп, яугирҙәргә ярҙам итеүҙә тос өлөш индерә.

"Босс" иһә үҙ сиратында яуҙаштары, уларҙың хеҙмәте тураһында матур хәтирәләр менән уртаҡлашты. Һүҙ аҙағында улар Еңеү менән ҡайтасаҡтарын белдерҙе.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас