Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Апрель 2025, 09:55

Ҡапыл һыуытыу уйламаған ҡазаға килтерҙе

ҙур боҙбармаҡ ҡатындың башына төшә

Ҡапыл ҡар яуыуы һәм температураның түбәнәйеүе йорт ҡыйыҡтарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килтерҙе. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн боҙбармаҡтан 31 йәшлек ҡатын зыян күргән. Ул травма пунктына мөрәжәғәт итә. Тикшереүҙәрҙән һуң табиптар уға амбулатор дауалау тәғәйенләй. Был ведомствола билдәләүҙәренсә, ҡарҙан, боҙбармаҡтан  ауыр йәрәхәттәр алырға мөмкин.

Шуға күрә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк:

Боҙ, ҡар төшөү ихтимал булған биналарға яҡын бармағыҙ.

Хәүефле урындың кәртәһе булған осраҡта уның аша үтмәҫкә.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас