Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Апрель 2025, 11:05

Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 10 апрелдә көндөҙгө 2-се яртыла өс юлда барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябылды.

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 10 апрелдә көндөҙгө 2-се яртыла өс юлда барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябылды. Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районына тиклем Өфө — Бөрө — Яңауыл, Дыуан районына тиклем Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы һәм Яугилде — Щучье Озеро трассаларында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Юлдар асылһа, ведомствонан хәбәр итерҙәр. 

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнөң Сәғит Агиш урамында юл участкаларын ваҡытлыса ябыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/na-dorogah-bashkirii-iz-za-nepogody-vveli-ogranicheniya-dvizheniya-4192391

Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды
Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас