“...Ҡанын түкте һалдат яу ҡырында, Тыл ғазабын һалып иңгә-иң, Хәлһеҙләнеп ауҙы ҡатын-ҡыҙҙар – Улар батырлығы тиле-тиң!..” Залда Риф Мифтаховтың “Фатиха бир, әсәй!” поэмаһы яңғырай. Бер тауыш сыҡмай, тып-тын. Ишбирҙе ауылынан 83 йәшлек Гөлсөмбаныу инәй Әхмәтова башҡарыуында яңғыраған шиғыр һүҙҙәре йөрәктәргә үтеп инеп, уйҙарға һалды. Ун минутҡа һуҙылған ялҡынлы телмәр туҡтап ҡалғас та әле халыҡ тын ҡалды. Унан Гөлсөмбаныу инәйҙең сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Был көндө Ишбирҙе ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!” тип аталған яттан шиғыр һөйләүселәрҙең зона бәйгеһе үтте. Унда Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Йылым, Юлыҡ, Йомаш ауылдарынан 18 йәштән өлкән ун дүрт кеше ҡатнашты. Кисәне китапханасы Гөлфиә Тләүсина бик йәнле итеп алып барҙы. Бәйгеселәрҙең сығыштарын шағирә Сәлимә Иҫәндәүләтова, урындағы ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов, мәғариф ветераны Миңһылыу Сөләймәнова баһаланы. Сәхнәнән яңғыраған һәр шиғыр Бөйөк Еңеүгә арналды. Уларараһында Ишбирҙенән шағирә Сәлимә Иҫәндәүләтованың ижад емештәре лә бар ине.
Баһалама ағзаларына бәйгеселәрҙең иң-иңдәрен һайлау еңелдән булманы. Ә шулай ҙа улар бер тауыштан беренсе урынды Гөлсөмбаныу Әхмәтоваға бирергә ҡарар итте. Ишбирҙенән Айгөл Шәйәхмәтова, Мәрйәмә Бикҡолова һәм Юлыҡтан Зилә Зәйнәғәбдинова икенсе урындарҙы яуланы.Өсөнсөгә Ишбирҙенән Нәйлә Юнысова, Миңзәлә Халиҡова һәм Йомаштан Зөлфирә Шахморатовалар сыҡты. Еңеү яулаған шиғыр һөйләүоҫталарына дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Камила Хәйризаманованың моңло йырҙары, ауылдың ҡатынҡыҙҙары башҡарыуында “Тальяночка” бейеүе кисәгә йәм өҫтәне. Ишбирҙе ауылынан Илгизә Ямалетдинова Бөйөк Еңеүгә, тыл һәм хеҙмәт ветераны булған ҡартәсәһе Өммөгөлсөм Һөйөндөковаға бағышлап яҙған шиғырын конкурстан тыш уҡып ишеттерҙе. Ҙур юғалтыуҙар менән яулап алынған Бөйөк Еңеүҙе данлаған, патриотик рух тәрбиәләгән кисәлә яуҡырында батырҙарса һәләк булған яугирҙәргә, Еңеү һалдаты булып тыуған яҡтарға ҡайтҡан ветерандарға, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына данйырланды, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сарала почта бүлексәһе начальнигы Сажиҙә Кәримоваикенсе ярты йыллыҡҡа “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторҙо. Беҙҙең менән бергә ҡалған тоғро дуҫтарыбыҙға гәзитебеҙгә ҡотлау, иғлан һәм реклама биргән осраҡта 30процент ташламаға хоҡуҡ биргән купондар бүләк ителде.
Лилиә ТАКАЕВА