Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Апрель 2025, 07:55

Полицияның "Ышаныс телефоны" эшләй

8 (347) 279-32-92 телефонына шылтыратығыҙ!

Ул Рәсәй граждандарының, сит ил кешеләренең һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙең енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән РФ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған хәбәрҙәрен ҡабул итеү һәм иҫәпкә алыу өсөн булдырылған. Был ышаныс телефоны буйынса бөтә мәғлүмәтте дежур хеҙмәткәр ҡабул итә. Хәбәрҙәр көн һайын төбәк Эске эштәр министрлығы етәкселеге тарафынан ҡарала. Тикшереү һөҙөмтәләре ғариза биреүсегә почта аша ебәрелә. Айырым осраҡтарҙа, шулай уҡ документтар һәм материалдар тапшырыу тураһында запрос ебәргәндә, мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты оҙайтылыуы мөмкин. Әммә 30 көндән дә артыҡ түгел, был хаҡта бер үк ваҡытта мөрәжәғәт ебәргән гражданға хәбәр ителә. ‎

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас