Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Апрель 2025, 05:55

Баймаҡ ҡалаһы йәшәү өсөн уңайлы тип уйлайһығыҙмы?

Башҡортостандың бар ҡалалары рейтнигҡа инеп, уңайлы тип табылған

Баймаҡ ҡалаһы йәшәү өсөн уңайлы тип уйлайһығыҙмы?Баймаҡ ҡалаһы йәшәү өсөн уңайлы тип уйлайһығыҙмы?
Баймаҡ ҡалаһы йәшәү өсөн уңайлы тип уйлайһығыҙмы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ ҡалаларының Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән ҡала мөхите сифаты индексы рейтингына инеүенә үҙ фекерен белдерҙе. Был индексты белгестәр илдең 1116 ҡалаһы өсөн 36 параметрға нигеҙләнеп иҫәпләп сығарған (төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек, йәмәғәт транспорты, юлдар, уңайлы мөхит һәм башҡалар).

«Бөтә ҡалаларыбыҙ ҙа рейтингҡа инде. Уларҙың барыһы ла йәшәү өсөн уңайлы тип танылды», — тип билдәләне республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Әгәр 2018 йылда Башҡортостанда ошондай алты ғына ҡала булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса — 17, хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала инде.

Бөтә Рәсәй рейтингы йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе баш ҡаланың яҡшы күрһәткестәрен билдәләп үтте. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ ҡалаларының Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән ҡала мөхите сифаты индексы рейтингына инеүенә үҙ фекерен белдерҙе. Был индексты белгестәр илдең 1116 ҡалаһы өсөн 36 параметрға нигеҙләнеп иҫәпләп сығарған (төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек, йәмәғәт транспорты, юлдар, уңайлы мөхит һәм башҡалар).

«Бөтә ҡалаларыбыҙ ҙа рейтингҡа инде. Уларҙың барыһы ла йәшәү өсөн уңайлы тип танылды», — тип билдәләне республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Әгәр 2018 йылда Башҡортостанда ошондай алты ғына ҡала булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса — 17, хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала инде.

Бөтә Рәсәй рейтингы йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе баш ҡаланың яҡшы күрһәткестәрен билдәләп үтте. Миллионлы ҡалалар араһында Өфө бишенсе урынды алды.

 «Алда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Пермь. Беҙ – бишенсе. Әйткәндәй, Пермь менән Өфө араһында айырма – бер генә балл. Өфөнөң идара итеү командаһы менән берлектә башҡарған эш ошондай һөҙөмтәләр бирә. Бик яҡшы, барыһын да ҡотлайым», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас