+21 °С
Болотло
Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеларыны ебәрелә. Ут ҡоро үләнгә тоҡана. Көслө ел арҡаһында ут тиҙ тарала. Уттың таралыуын булдырмау өсөн Сибай ҡалаһының ДРСУ-һы ерҙе һөрә.
Янғынды һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлегенән 42 кешенән һәм 17 берәмек техниканан торған көстәре һәм саралары йәлеп ителде.
Оператив эш иткәнгә ут таралыуын туҡтатыу мөмкин була. Зыян күреүселәр юҡ. Янғын һөҙөмтәһендә файҙаланылмаған 4 баҡса өйө зыян күрә.
Янғын майҙаны 2 гектар тәшкил итә. Ҡоро һәм елле һауа шарттарында тәбиғәт янғындары хәүефе һиҙелерлек арта. Граждандарҙан янғын һүндереү ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен һорайбыҙ