Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
4 Апрель , 10:50

Тағы ла ҡар

Ял көндәрендә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Тағы ла ҡар
Тағы ла ҡар

Алдағы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана, тип хәбәр итә синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнкөндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градус.

Шәмбе төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +10, +15 градус.

Йәкшәмбе һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта +8 градусҡа тиклем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: