Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Апрель 2025, 04:15

Хәмзә хәҙрәт һәм Мерәҫ ир-егеттәре - өмәлә

Мерәҫ ауылында Хәмзә хажи Хафизов етәкселегендә ир - егеттәр ауыл мәсетенә канализация үткәреү эштәрен башҡарҙы. Әле мәсеттең эргә-тирәһен тәртипкә килтереү буйынса эштәр эшләнә.

Хәмзә хәҙрәт  һәм Мерәҫ ир-егеттәре - өмәләХәмзә хәҙрәт  һәм Мерәҫ ир-егеттәре - өмәлә
Хәмзә хәҙрәт һәм Мерәҫ ир-егеттәре - өмәлә

Мәғлүм булыуынса, Хәмзә хәҙрәт Хафизов махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәр янына, уларҙың рухи остазы булып юлланды. Юлға сығыр алдынан ул Мерәҫ мәсетен төҙөп бөтөп,  халыҡҡа тапшырыу уйы менән яныуын әйткәйне. Уның теләген бойомға ашырырға республика Башлығы, район хакимиәте ярҙамға килде. Мерәҫ ауылы халҡы ла уңғанлығы һәм берҙәмлеге менән айырыла. Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас