Һаулыҡ һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәрен юҡҡа ғына аҡ халатлы фәрештәгә тиңләмәйҙәрҙер. Халыҡҡа ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтеп, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған был изге йәндәрҙе башҡаса атамау мөмкин дә түгелдер. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ауыл фельдшерының иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ, оло бурыс ята. Сөнки ул ауылда хирург та, терапев та, балалар табибы ла, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәре лә. Һәр кем ярҙам һорап, ҙур өмөттәр бағлап, иң беренсе ауыл фельдшерына килә.
Ҡаратал ауылы фельдшеры Фирүзә Нәүширбанова нәҡ ошо сифаттарға эйә булған үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Байтаҡ йылдар медицина хеҙмәткәре булып эшләү осоронда ул ҙур тәжрибә тупланы, намыҫлы хеҙмәте менән коллегаларының, халыҡтың хаҡлы ихтирамын яуланы. Уға мөрәжәғәт иткән һәр кешенән фельдшер тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә.
Әбйәлил районының Ҡужан ауылында тыуып үҫкән Фирүзә Муса ҡыҙы бәләкәйҙән үк хеҙмәт юлын медицина менән бәйләргә хыяллана. Әммә был һөнәргә эйә булғанға тиклем уға тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ ҡына татырға тура килә. Уға биш йәш кенә булғанда әсәһе вафат булып ҡала, Фирүзәнән башҡа апаһы, ҡустыһы менән һеңлеһе лә үгәй әсә ҡулында үҫә. Тәүҙә Ҡужанда белем ала, һуңынан Аҡсар мәктәп-интернатын тамамлай. Мәктәп йылдарында үҙен яҡшы уҡыусы итеп таныта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Бала саҡтан медицина хеҙмәткәре итеп хыялланған ҡыҙ мәктәптән һуң Өфөгә медицина институтына ҡырға барырға ниәтләй, әммә был ниәте тиҙ генә бойомға ашмай – яҙмыш үҙенсә хәл итә. Хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында тегенсе булып башлаған ҡыҙ беҙҙең Буранбай ауылы егете Нурфәиз Нәүширбанов менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Әйткәндәй, егет буласаҡ кәләше менән Әбйәлилдән булған хеҙмәттәше аша адресын алып, әрмелә хеҙмәт иткән ваҡыттан уҡ хат алыша. Ҡайтҡас, Ҡужанға барып, ҡыҙҙың ҡулын һорай һәм ул ризалыҡ бирә.
Йәш ғаилә тәүҙә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, тап шул осорҙа тәүге балалары – Динара донъяға ауаз һала. Бер йылдан инде Фирүзә Муса ҡыҙы күптән йөрөткән хыялын тормошҡа ашырып, Сибай медицина училищеһына фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында медицина хеҙмәткәре булып эшләй.
Бер нисә йылдан Нәүширбановтар ғаиләһе тыуған төйәгенә – Буранбайға ҡайтып төпләнә, сөнки кинйә улға ата-әсәһе тураһында хәстәрлек күрергә тура килә. Ауылда үҙ һөнәре буйынса эш урыны булмағанлыҡтан, Фирүзә Муса ҡыҙы тормош иптәше Нурфәйез Фәйзрахман улы менән ең һыҙғанып эшҡыуарлыҡҡа тотона – үҙ магазиндарын аса. Ун йыл дауамында Сыңғыҙ һәм Буранбай ауылдарындағы сауҙа нөктәләре ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә.
Шулай ҙа медицина өлкәһендә эшләү теләге көслөрәк булып сыға – 2010 йылда Ф.Нәүширбанова Баймаҡ ҡалаһына йөрөп эшләй башлай - “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә фельдшер була. Һуңғараҡ Ҡаратал ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунтына фельдшер булып күсә һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.
Намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ ихтирамын яулаған, яратҡан эше, кешеләр һаулығы өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән Фирүзә Муса ҡыҙын юҡҡа ғына аҡ халатлы фәрештәгә тиңләмәйҙәрҙер. Уға арнап ауыл халҡы хатта шиғыр ҙа ижад иткән:
Ике “5”-легә аяҡ баҫтың,
Яҙмышыңдың иң ҙур бүләге.
Йөҙҙәргә лә барып етер өсөн,
Йәшәр өсөн типһен йөрәгең.
Тормош һиңә ике “5”-ле ҡуйҙы,
Шәфҡәт туташыбыҙ Фирүзә!
Ҡәҙер-хөрмәттәргә сорналып,
Нур өләшеп, йәшә һин ерҙә!
Һаулыҡ ерҙә иң ҙур бәхет тиҙәр,
Һаулыҡ-муллыҡтарҙа һин йәшә.
Яҙмыш елдәренән ышыҡлап,
Нурфәизең барһын йәнәшә.
Ике “5”-ле - йылдар һаны ғына,
Мәрйен итеп теҙгән ғүмерҙәр.
Беҙҙең Фирүзәбеҙ һис ҡартаймай,
Ун һигеҙҙә һаман, тиһендәр!
Фирүзә менән Нурфәйез Нәүширбановтарҙы Буранбай ауылында уңған, эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы, матур балалар тәрбиәләп үҫтергән ғаилә булараҡ хөрмәт итәләр. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә, бер үк ваҡытта ауылдың имам-хатибы вазифаһын да башҡара. Күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр.
Өлкән ҡыҙҙары Динара, БДМУ-ны тамамлап, әле тормош иптәше менән үҙҙәре асҡан “Артдентал” стоматология клиникаһында эшләй, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Буранбай үҙен нефтсе һөнәренә арнаны - бөгөн Сорғот нефть һәм газ предприятиеһының Сартымдағы ойошмаһы хеҙмәткәре. Кинйә ҡыҙҙары Нургизә БДМУ-ның стоматология факультетында белем ала.
“Әсәйебеҙ бик аҡыллы, тыныс, ярҙамсыл, ихлас, киң һәм изге күңелле кеше, - ти ҡыҙҙары Динара. - Ул ғаиләлә оло йөрәкле әсә, хәстәрлекле ҡатын, тормошобоҙ терәге һәм тотҡаһы булып тора. Һәйбәт хужабикә, атайыбыҙ менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тормош көтәләр. Беҙгә лә ваҡытында аҡыллы кәңәштәрен биреп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам иттеләр. Балаларының ныҡлы таянысы улар, беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ!”
Ошо көндәрҙә Фирүзә Нәүширбанова үҙенең ғүмер байрамын – матур юбилейын билдәләй. Изге һөнәр һайлап, изгелек һәм һаулыҡ өләшкән аҡ халатлы фәрештәгә теләктәрҙең иң яҡшыларын юллайбыҙ!
А.Салауатов.