Новости
2 Апрель 2025, 08:40

Яҡташтарға ылау барып етте

Үрге Таулыҡай Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында районыбыҙ намыҫын яҡлай. Үткән аҙнала конкурстың тауыш биреү этабы тамамланды. Унда район халҡы тағы бер тапҡыр берҙәмлеген күрһәтеп, әүҙем тауыш бирҙе һәм Үрге Таулыҡай үҙ категорияһында беренсе урынға сыҡты. 3 апрелдә таулыҡайҙар Өфөлә проекттарын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Таулыҡайҙа бик күп эштәр башҡарылды, саралар үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү ауыл биләмәһендә һәр саҡ көн үҙәгендә. Конкурстың планына ярашлы, үткән аҙнала Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары халҡы яҡташ яугирҙәргә исемле посылкалар әҙерләне. Ылауҙы ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, ауыл Советы депутаттары Илгиз Әхмәтов һәм Юлдаш Шәйхисламов алып барып тапшырҙы. “Үҙ машинаһы менән ылау алып барыуҙы Юлдаш Булат улы тәҡдим итте. Ул руль артында бындай оло юлға тәүге тапҡыр сыҡмай, махсус хәрби операция биләмәһенә ун беренсегә барҙы. Аллаға шөкөр, имен-аман барып, егеттәрҙе күреп, посылкаларҙы тапшырып ҡайттыҡ”, – тине ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы һәм гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән ауылдар халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Альбина БАЙеГеТОВА.

Автор:
Читайте нас