Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
2 Апрель , 12:20

Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта

Бөгөн "Һаҡмар" гәзитенең интернет конкурсында еңеү яулаған Таһирҙан -  Айһылыу Хәбибуллина, Таулыҡайҙан - Гөлнур Дәүләкәнова, Темәстән Миңзәлә Әүәлбәева "Һаҡмар" редакцияһына саҡырылып, тәбрик ителде...

Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта

Улар менән һөйләшеү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ағинәйҙәр милли кейемдә килеп айырым бер сағыу биҙәк булды. Улар шулай уҡ үҙҙәре теккән, әҙерләгән башҡорт милли кейемен дә алып килгән ине. Уларҙың селтәр, ҡашмау, хәситә һ.б. нисек әҙерләгәнен тын да алмай тыңланыҡ. Конкурста беренсе урын яулаған Айһылыу апай Хәбибуллина үҙ ҡулдары менән эшләгән тәсбихте бүләк итеп алып килеүе һөйөнөслө булды. Һәр ағинәй тел йоторлоҡ итеп тәмлекәстәр бешереп тә алып килгән ине, бергәләшеп сәй эсеп, донъяуи хәлдәрҙе һөйләшеү онотолмаҫ хис тойғолар ҡалдырҙы.

Еңеүсе ағинәйҙәребеҙ менән "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙе "Һаҡмар" гәзитендә уҡырһығыҙ.

Һәр эштә әүҙем һәм алда йөрөгән, һәр кемгә үрнәк булған район ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт! 

Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Ағинәйҙәр "Һаҡмар"ҙа ҡунаҡта
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: