Моҡас ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл”, “Айыҡ ауыл”, “Сылтыр шишмә” проекттарында йыл да әүҙем ҡатнаша. Ошо конкурстарға ярашлы һуңғы йылдарҙа Беренсе Төркмән һәм икенсе Төркмән, Әхмәр һәм Абҙаҡ ауылдарында байтаҡ саралар ойошторола. Урындағы ауыл биләмәһе хакимиәтенең, әүҙем йәмәғәтселәрҙең, мәктәп коллективының, халыҡтың тырышлығы, ныҡышмалы хеҙмәте арҡа-һында ауылдарҙы төҙөкләндереү, шишмәләрҙе кәртәләү,мәҙәни, спорт саралары үткәреү буйынса байтаҡ эштәр бойомға ашырылды. Ысынлап та, ирәндек төбәгендә ятҡан ауылдарҙың бер ҡасан да был бәйгеләрҙә ҡатнашмай ҡалғаны юҡ һәм йыл да еңеүселәр рәтендә булыуы ҡыуаныслы күренеш. Әхмәр ауылы элекке йыл Ҡоролтайҙың “Сәләмәт ауыл” конкурсында район кимәлендә еңеү яуланы. Бындай уңышҡа улар берҙәмлеге, уңғанлығы, һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һәм уртаҡ маҡсат ҡуйып эшләүҙәре арҡаһында өлгәште. Һәм бөгөн дә әхмәрҙәр, ил йөкмәгән һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәреп, уларҙы уңышлы үтә, тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр атҡара. Бында урындағы мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең, йәмәғәт ойошмаларының, әүҙем эш алып барған рухлы егет-ҡыҙҙарҙың өлөшө ҙур. Клубта әленән-әле төрлө саралар гөрләп үтеп тора, уларҙы ойоштороуға ләйсән Әбдисова күп көс һала. Күптән түгел бында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап “Хәтер тере, хәтер мәңгелек” исемле кисә ойошторолдо. Сарала тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәжит Ҡадыров, ауыл халҡы ҡатнашты. Унда Мәжит Әғзәм улы аяуһыҙ һуғыш осорон, үҙҙәренең бала сағын, шул йылдарҙағы ауыр тормош тураһында һөйләне, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан Кәримовтар ғаиләһе лә үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мәктәп уҡыусылары, “Килендәр” фольклор ансамбле ҡыҙҙары матур сығыштары менән ҡыуандырҙы. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы гөлназ Хажина Мәжит Ҡадыровҡа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы тапшырҙы, үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе. Әйтергә кәрәк, Әхмәр ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам әҙерләү, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү буйынса ҙур эш алып бара. Атап әйткәндә, ауылдың иң әүҙем йәмәғәтселәре даими рәүештә клубҡа йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, посылкалар әҙерләй, яугирҙәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәрә. Ошо көндәрҙә уҙған “Ҡаһармандар рухы онотолмаҫ” тигән сара шуның асыҡ миҫалы булып тора. изге Рамаҙан айында ойошторолған кисәлә сығыш яһап, Әхмәр ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, әүҙем йәмәғәтсе Таңсулпан Мәтинова махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса эштәргә туҡталды, унда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләне. Хажиә Фәрзәнә Байғузина изге Рамаҙан айының үҙенсәлектәре тураһында вәғәз һөйләне, һуңынан ошо ауылдың ҡаһарман егеттәре, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Кинйәбай Вәлитов менән Ғәзим Байғузиндарҙың яҡты иҫтәлегенә аят бағышланы. Яуҙа йөрөгән егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләп, хәйер таратылды. Артабан әхмәрҙәр маскировкалау селтәре үреүҙе дауам итте. Әйтергә кәрәк, был изге эштә Рәмил Мәтинов, Вәлит Ҡурпасов, Фәрит Мәтинов, Таңсулпан Мәтинова, Шәүрә Әбдисова, гөлшат Мәтинова, зөлхизә Ғәлфәүрова, гөлсирә Мәтинова, Фәнүзә Әбдисова, Сара Йәнтүрина, зөлхизә Ғәлфәүрова, нәзифә иҙрисова, Минза ишйәрова, Рима Ҡаһарманова, Хәмиҙә Ҡурпасова, гөлсинә Рамазанова һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла улар ҙур әүҙемлек күрһәтте, тырышып селтәр үрҙе.
Ошо уҡ көндө Әхмәр клубында гәзиткә яҙылыусы көнө лә үтте. Почта хеҙмәткәрҙәре лилиә Ғафарова һәм Айгөл Мәҡсүтова ауылдаштарын “Һаҡмар” гәзитенә яҙҙырҙы. Әйткәндәй, ауыл халҡы милли матбуғатты пропагандалауға һәм уны таратыуға тос өлөш индерә.
А. САЛАУАТОВ