Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Март 2025, 14:20

Яугирҙәргә ярҙам итәләр

Таксистар шәхси посылкаларҙы һәм гуманитар ярҙамды ЛНР-ға, ДНР-ға һәм Запорожьеға бушлай  алып барып ҡына ҡалмай, ә яугирҙәрҙе отпусктан һуң хеҙмәт урынына ваҡытында алып барыуҙы ла тәьмин итә. Афарин!

Яугирҙәргә ярҙам итәләрЯугирҙәргә ярҙам итәләр
Яугирҙәргә ярҙам итәләр

Көн һайын «Һаҡлаусы Фәрештә»  ирекмәндәр штабы, район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  ярҙам итә.  Аҙыҡ-түлек, кейем, аяҡ кейеме, шәхси гигиена саралары, дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре һәм башҡалар әҙерләнә. Күп кенә посылкалар яугирҙарҙың шәхси һорауы буйынса төҙөлә һәм уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алып барып еткерергә кәрәк. Был йәһәттән яугирҙәргә таксистар ярҙам итә, улар аҙнаһына бер нисә тапҡыр яугирҙарға шәхси посылкалар алып китә.

Бөгөн беҙ Баймаҡ районының водитель-таксистарын ихлас рәхмәт әйткебеҙ килә. Улар шәхси посылкаларҙы һәм гуманитар ярҙамды ЛНР-ға, ДНР-ға һәм Запорожьеға бушлай  алып барып ҡына ҡалмай, ә яугирҙәрҙе отпусктан һуң хеҙмәт урынына ваҡытында алып барыуҙы тәьмин итә. Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас