Баймаҡ ҡалаһының Нәсихәт мәсетендә махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарҙың яҡындары менән ифтар мәжлесе һәм Ҡорбан ашы үткәрелде. Был изге ифтар ойоштороу ниәтен "Һаҡлаусы Фэрештэ" волонтерҙар штабы етәксеһе Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова , "Ватанды һаҡлаусылар" фонды (Гөлназ Заманова) башлап сыҡтылар . Күмәк балалы атай кеше, үҙе МХО ла ҡатнашыусы Мәжитов Әсҡәт ҡорбан салдырып ифтарга тапшырҙы . Изге мәжлескэ йөҙләгән мосолмандар йыйылды.
Баймаҡ районы хакимиәт башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисов бөгөнгө һынауҙар осоронда ислам диненең халыҡты изге махсат менән берләштереүе тураһында һөйләне .
Баймак мәсетенең имам - хатибы Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин өгөт- нәсихәттәр менән ифтар мәжлесен башланы. Ихлас күңелдән ифтар, Ҡорбан ашына килгән бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә,ифтар үткәреүгә ярҙам итеүселәргә, аш - һыу әҙерләүсе һәм ойоштороусылар Баймаҡ һәм Темәс " Һаҡлаусы Фэрештэ" волонтерҙар штабы ҡатын-ҡыҙҙарына оло рәхмәт еткерәбеҙ. Аллаһ бирһә, илебеҙгә тыныслыҡ, барыбыҙга лә сәләмәтлек, иманлык тәүфиҡ, яуҙа көрәшкән яугирҙәргә көс һәм именлек теләйбеҙ.