Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, шулай уҡ махсус хәрбиоперацияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Фаяз Мулләхмәт улы Хәсәновтың иҫтәлегенә “Йомро баштаруйыны – шашка” тигән ярыш үтте.
Сарала батыр егеттең әсәһе, туғандары, яҡындары, ауылдаштар, балалар ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа күрә,һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ауылыбыҙҙа батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, уларҙы мәңгелек хәтерҙә ҡалдырыу маҡсатында күп эш башҡарыла. Сөнки беҙ яугирҙәребеҙҙе хөрмәт итергә, уларҙың батырлыҡтары хаҡында һөйләргә, йәш быуынға еткерергә, аңлатырға тейешбеҙ. Ярыш сәмле барҙы. шулай итеп, өлкәндәр араһында 1-се урынды – Самат Мөртәйләков, 2-се – Өлфәт Ямантаев, 3-сө урынды Камила Ямантаева яуланы. Балалар араһында 1-се урынды – Яҙгөл Ишморатова, 2-се – Рәвил Һиҙиәтуллин, 3-сө урынды Эмиль Ишморатов алды. Еңеүселәргә бүләктәр һәм сертификаттар тапшырылды. шулай уҡ иң әүҙем ҡатнашҡан Миңзәлә Ямантаева, Илгиз Утарбаев, Зөлфиә Вәлиева, Данир Һиҙиәтуллинға ла Дипломһәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, уйында ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды.
Сараның төп бағыусыһы булып Фаяздың апаһы Ләйсән Ямантаева һәм уның тормош иптәше Өлфәт Рәфҡәт улы, уларҙың улы Алтынсура Өлфәт улы, батырҙың әсәһе Флүрә еңгәй хәсәнова булды. Класташы Раушания Рәхимова, Гөләйфә Салауатова, Мөнирә хәсәнова, Камила Ямантаева, мәҙәниәт йорто һәм ауыл хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте. шулай уҡ батыр йәшәгән округ исеменән уйында ҡатнашҡан балаларға өҫтәмә бүләктәр һәм батыр егеттең әсәһенә сәскәләр гөлләмәһе тапшырҙылар. Эйе, ил яҙмышы – ирҙәр иңендә. Һуғыш – ҡот осҡос нәмә. Аллаһы Тәғәлә беҙгә, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һәм бүләләребеҙгә уны күрһәтмәһен, ерҙә тыныслыҡ булһын. Ир-егеттәр имен-һау, Еңеү менән ҡайтһын!
Айһылыу ДАУЫТБАЕВА, мәҙәниәт йорто етәксеһе