Рамаҙан Нур улы 1993 йылдың 22 февралендә Ғүмәр ауылында тыуа. Урындағы башланғыс мәктәптә уҡып, 5-9-сы класс белемен Ярат мәктәбендә ала. Артабан Баймаҡ ҡалаһындағы хәҙерге агросәнәғәт колледжының кадет бүлегенә уҡырға инә. Бер юлы иретеп-йәбештереүсе, электрик, ашнаҡсы, «В», «С» категорияһына водитель таныҡлыҡтары алып сыға. Кадет бүлегендә хәрби әҙерлек үтеп, физик яҡтан нығына. Уҡыу осоронда төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2012 йылдың май айында әрме хеҙмәтенә алына – Һарытау өлкәһендә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә 7 ай һалдат булып хеҙмәт иткәндән һуң, контракт төҙөй. Артабан отделение командиры булып хеҙмәтен дауам итә. Хәрби тормошо мәлендә (2015-2019 йылдарҙа) ситтән тороп Тимирязев исемендәге техникумда автомеханиктехник һөнәрен ала. Ҡулына диплом алғас та, уны рота технигы дәрәжәһенә үрләтәләр. 2022 йылдың октябренән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2021 йылда уҡ прапорщик званиеһын ала. Өлгөлө һәм батыр хеҙмәте өсөн наградалары: Суворов, I һәм II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Георгий Жуков, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ була. Рамаҙан Нур улы ҡатыны Румиә Рәшит ҡыҙы менән Айназ һәм Дим исемле улдар үҫтерәләр. Яугир балалар менән танышты, үҙе тураһында, шулай уҡ МХО-ла нисек ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Рамаҙан Нур улының хәрби кейеме балаларҙы хайран ҡалдырҙы. Кескәйҙәр яҡташыбыҙҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ихлас тыңланы һәм һорауҙар бирҙе. Беҙҙең яугиребеҙ балаларға матур теләктәр теләп, күстәнәстәр таратып хушлашты. Беҙ Рамаҙан Нур улының һәм бар яугирҙәребеҙҙең тыуған яғына, ата-әсәһе, ғаиләһе, яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Илебеҙ – тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Эльвира АРСЛАНОВА, Юлиә ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, 5-се мәктәптең балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.