Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Март 2025, 10:45

Ҡыҙылтүштәр һәм айыуҡайҙар яугирҙәргә ярҙамға ашыға

Башҡортостанда Халыҡ фронты йәштәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн талисман әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Балалар бирсәткәләренән эшләнгән айыуҡайҙар һәм йөн ептәрҙән эшләнгән ҡыҙылтүштәр алғы һыҙыҡҡа юллана.

Ҡыҙылтүштәр һәм айыуҡайҙар яугирҙәргә ярҙамға ашығаҠыҙылтүштәр һәм айыуҡайҙар яугирҙәргә ярҙамға ашыға
Ҡыҙылтүштәр һәм айыуҡайҙар яугирҙәргә ярҙамға ашыға

- Талисмандарыбыҙҙың изгелек һәм өмөт символына әйләнеүен, яугирҙәребеҙҙең өйҙә уларҙы яратыуҙарын һәм көтөүҙәрен иҫкә төшөрөүен теләйбеҙ. Командабыҙҙа ҡатнашыусыларҙың ҡулдары һәм йөрәк йылыһы менән әҙерләнгән айыуҙарҡайҙар һәм ҡыҙылтүштәр яҡташтырыбыҙҙың йән һаҡлағысы булһын, – тине Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтының йәштәр координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.

Оҫталыҡ дәрестәренең инициаторы булып ЛИЛИӘ Ғәлимова тора, ул гуманитар йөктәрҙе оҙатып, күп тапҡыр МХО зонаһында була. Ул бер нисә тапҡыр яугирҙәр менән осрашты һәм уларҙың бындай символик сувенирҙарҙы ҡәҙерләүен билдәләп үтте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас