Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Март 2025, 04:45

Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар балаларҙы тәрбиәләү хаҡында һөйләшәсәк

Ҡатнашыу бушлай, һылтанма буйынса теркәлеү талап ителә: https://clck.ru/3HSr6V.

Сара балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү һәм үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һәм «Беренселәр хәрәкәте» активистарын йыя. Форум программаһына алты тематик блок инә: психология, мәғариф һәм тәрбиә, хәүефһеҙлек һәм һаулыҡ, ярҙам итеү, ижад һәм балалар, ата-әсәләр берләшмәһе. Ҡатнашыусыларҙы эксперттар лекциялары, балалар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү ойошмалары күргәҙмәһе һәм башҡа саралары көтә. Форум тәжрибә уртаҡлашыу һәм ярҙам итеү өсөн ата-әсәләр берләшмәләрен булдырырға ярҙам итергә тейеш. Ҡатнашыу бушлай, һылтанма буйынса теркәлеү талап ителә: https://clck.ru/3HSr6V.

Ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәғариф Һәм Фән министрлығы һәм «Беренселәр хәрәкәте»төбәк бүлексәһе сығыш яһай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас