

Баймаҡ районы халҡы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов Баймаҡ районы халҡы менән осрашты. 4-се лицей базаһында үткән осрашыуҙа шулай уҡ БР Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комиссияһы рәйесе Александр Волков, муниципалитет башлығы Азамат Иҙрисов, предприятиелар һәм ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ район халҡы ҡатнашты. Унда ҡатнашыусылар власть органдары, ойошмалар һәм учреждениелар, шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы вәкилдәренә һорауҙар бирҙе. Юлдарҙың торошо, һаулыҡ һаҡлау системаһы, райондың ҡайһы бер тораҡ пункттарында кәрәзле элемтәнең булмауы һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Һуңынан Данияр Абдрахманов Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Баймаҡ инвалидтар йәмғиәте рәйесе Луиза Ивановаға һәм уның социаль эш буйынса урынбаҫары Павел Пуликовҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.