Новости
21 Март 2025, 05:15

Темәс һәм Әмин рекорд ҡуйҙы

Беҙ үргән маскировкалау сеткалары яугирҙәребеҙҙе дошман утынан һаҡлаһын, ти улар.

Темәс һәм Әмин рекорд ҡуйҙыТемәс һәм Әмин рекорд ҡуйҙы
Темәс һәм Әмин рекорд ҡуйҙы

Ауылдарҙа яугирҙәргә ҙур ярҙам ойошторола. Бына темәстәрҙең һөйөнөслө яңылығы:

- Темәс һәм Әмин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп маскировкалау сеткаларын үреү буйынса рекорд ҡуйҙы, тип әйтергә мөмкин!

Был эште ҡыҙҙар менән Минзифа Низамова етәкләп  башлаған ине. Ә кисә , уңған ҡатын - ҡыҙҙар бер көндә дәррәү генә 3 сетка үреп бөттө Күмәкләгән яу ҡайтарған, берҙәмлектэ - көс! тип бушҡа ғына боронғолар әйтмәгәндәр.

Матур һәм татыу итеп Темәс-Әмин ҡыҙҙары командаһы һәм ирҙәр затынан Сәғир Фаттахов изге Рамаҙан айында ҙур һәм изге эш башҡарҙы Зууур рәхмәт алтын ҡулды ҡыҙҙарыбыҙға.

Дошмандың ялҡынлы утынан был сеткалар беҙҙең батыр егеттәребеҙҙе һаҡлап ҡалһын инде Яугирҙарыбыҙ Аллаһ бирһә, иҫән-һау булып, аяҡ-ҡулдары именлектә еңеп ҡайтһындар.

Ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ оҫтабикә Рита Ахуньянова һәм Гөлнара Искәндәровага, сөнки был масксеткалар үреү бик ҙур оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм тырышлыҡ талап иткэн эш!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас