Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Март 2025, 06:40

Епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана

Аяҙытҡанда -13° тиклем...

Епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразланаЕпшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана
Епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана.

Бөгөн әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.

Шәмбе урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төньяҡтан айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас