+21 °С
Болотло
Ғафури районының Иҫке Тайыш ауылында көслө ташҡын арҡаһында Еҙем йылғаһының яры емерелә башлаған. Ауыл халҡы бөгөн хәүеф зонаһында булған бер йортто һүткән. Имәндәш ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Нуғайғолов әйтеүенсә, Еҙем йылғаһы ике яҡтан Иҫке Тайыш ауылын уратып аға.
– Быйыл бер үҙәненә боҙ тығылған, ошо арҡала йылға ағымы бик көслө, бер туҡтауһыҙ яр емерелә. Ярға яҡын урынлашҡан йорттарҙы һаҡлау мөһим. Бөгөн ауыл халҡы бер йортто һүтте. Иртәгә өмә яһап, икенсеһен күсерергә кәрәк буласаҡ, – ти Әхнәф Нуғайғолов.
Ташҡын мәлен һәр кем, һәр биләмә, район-ҡала имен-һау үткәреп ебәреүҙәрен теләйбеҙ! Бәлә-ҡазалар урап үтһен, ҡәрҙәштәр!