Экспозиция Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттарына арналған. Александр Данилов күп йылдар дауамында фото төшөрөү менән мауыға. Үҙ эшенең оҫтаһы булған фоторәссам башҡорт балет артистарының яратҡан фотографы ла булып тора. Даниловтың шәхси архивында репетицияларҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, колледждың ҡабул итеү һәм сығарылыш имтихандарында төшөргән фотоһүрәттәрҙең ҙур коллекцияһы тупланған. Күргәҙмәлә уларҙың бер өлөшөн күрергә мөмкин.
- Был уҡыусы балаларҙы мин ихтирам итәм һәм һоҡланам. Улар үҙ теләге менән кескәй генә саҡтан колледжға киләләр. Бындай саҡта икенсе ҡалаға барыу тураһында уйларға ла ҡурҡаһың, ә улар үҙ теләге менән ауырлыҡтарға ла, ғазаптарға ла ризалаша. Был, әлбиттә, минең өсөн сер булып ҡала. Уларҙың ихтыяр көсөнә һоҡланырға ғына ҡала. Бындағы уҡыу программаһы мәктәптекенән күпкә ҡатмарлыраҡ. Минең өсөн был балалар - ниндәйҙер үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған ҡатлам, - ти фотограф.
Даниловтың эштәрендә ҡайһы бер уҡыусыларҙың булған яҙмышын күҙәтергә була. Әйтәйек, ул уҡырға инең өсөн имтихан бирә, уҡый, унан Башҡорт операһы сәхнәһендәге спектаклдәрҙә ҡатнаша.
- Александр Леонидович - Башопераның һәм беҙҙең колледждың ҙур дуҫы. Балетты шулай күңеле менән тойған фотографтар бик аҙ. Уның фотоһүрәттәрендә бейеүсе менән бейеү - икеһе бер бөтөн булараҡ сағылыш тапҡан, - тип билдәләне Нуриев исемендәге хореография колледжы директоры Илдар Маняпов.
Фото: Альберт ЗАГИРОВ.