Новости
19 Март 2025, 11:50

Баймаҡта - "Һөтлө ашамлыҡтар"

Шундай тәмле исемде алған был магазинды күптәр урап үтә. Ә юҡҡа! Сөнки бында льготалы категорияға ҡараған граждандар ғына түгел, ә һәр теләгән кеше файҙалы, үҙ ерлегебеҙҙә етештерелгән продукцияны һатып алыуы мөмкин...

Баймаҡта - "Һөтлө ашамлыҡтар"Баймаҡта - "Һөтлө ашамлыҡтар"
Баймаҡта - "Һөтлө ашамлыҡтар"

“Һөтлө ашамлыҡтар” тигән тәмле исемде алған был магазинды күптәр урап үтә. Ә юҡҡа! Сөнки бында льготалы категорияға ҡараған граждандар ғына түгел, ә һәр теләгән кеше файҙалы, үҙ ерлегебеҙҙә етештерелгән продукцияны һатып алыуы мөмкин.

- “Һөтлө ашамлыҡтар” магазинында алтынсы йыл эшләйем. Эшем бик оҡшай. Беҙҙә тәмле генә түгел, ә бик файҙалы булған төрлө-төрлө һөт ризығы күп. Сабыйҙарға һөт ҡатнашмаһы бирелә, ҙурыраҡтарға һөт, йогурт, эремсек һ.б. бар. Балалар бигерәк тә йогурттарҙы ярата. Продукция барыһына ла оҡшай, “сифатлы һәм тәмле” тип рәхмәт әйтеп сығалар. Магазиндыҡы менән сағыштырғанда, сифаты күпкә яҡшыраҡ, тигәндәр ҙә күп. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә иғтибар артты, - тине Альбина Әбсәләмова.

Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Был программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған. Һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон вариантта тапшырырға мөмкин. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһындағы “Һөтлө ашамлыҡтар” магазины аша 500-ән ашыу бала тейешле ризыҡ менән тәьмин ителә.

Шуныһы әһәмиәтле, сифатлы һәм шәп продукцияны һәр кем һатып алыуы мөмкин. Күптәр бында тик льготалы граждандар хеҙмәтләндерелә тип яңылыша.

Бынан тыш магазинда файҙалы тәмлекәстәр ҙә һатыла. Шулай уҡ “Башҡортостан үләндәре” маркаһындағы төрлө сироптар, үлән сәйҙәре алырға мөмкин. Үҙенең һәм яҡындарының һаулығын хәстәрләгән һәр кем өсөн ул - “Һөтлө ашамлыҡтар” магазины.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас