Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Март 2025, 05:30

Батыр егеттәргә наградалар тапшырылды

Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан батыр егеттәребеҙ - Баймаҡ ҡалаһынан Урал Илсенбаев һәм Татлыбайҙан Айтуған Рафиҡов "Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн", махсус хәрби операция яугире Фәнил Байғотлин "Батырлыҡ өсөн миҙалдары" менән бүләкләнде.

 Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығының «Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн» миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Наградалар әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан батыр егеттәр - Баймаҡ ҡалаһынан  Урал Илсенбаевҡа һәм Татлыбай ауылынан Айтуған Рафиҡовҡа тапшырылды. Сарала шулай уҡ махсус хәрби операция яугире, Аҡморон ауылы егете  Фәнил Байғотлинға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов егетәрҙе ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас