Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Март 2025, 08:15

Башҡортостан нисек МХО-ға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде

...

«Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» Мәскәүҙә «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Махсус хәрби операцияға булышлығы» тип аталған доклад менән таныштырҙы.

Был - илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе.

Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы аркаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтале ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек?
 

ФРОНТТАҒЫЛАРҒА ЯРҘАМИТӘБЕҘ

«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел, Күп кенә хәрби унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.

ТЫЛДАЛА ЭШ ТЫНМАЙ

Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, кайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған. Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ- хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша. контракт хеҙмәте Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороубуталсыҡка юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе якларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. до. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай. - үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.

Республикала ЯУГИРҘӘРҘЕ ТЫНЫС ТОРМОШҠА ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ катнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраклашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороутәжрибәһе, атап әйткәндә, бер МХО-ла «Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы.

Ошо программаға ярашлы МХО-ла катнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләтидаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас