Новости
17 Март 2025, 05:35

Йомаштар яҙ ҡаршыланы

Байрамдың тәүге өлөшөндә Йомаш ауыл хакимиәте башлығы Барый Фәйрүз улы ауылдаштарҙы яҙ байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, уңыштар теләне. Унан һуң тыл ветераны  Байегетов Әхмәтйән олатайҙы 95 йәше менән ҡотлап, уға район хакимиәте ебаргән  Рәхмәт хатын һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалын тапшырҙы, ҡотлап бүләк бирҙе. 

Йомаштар яҙ ҡаршыланыЙомаштар яҙ ҡаршыланы
Йомаштар яҙ ҡаршыланы

Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау- борондан килгән матур йола. Тағы ла, был сара яҙгы-йәйге мәшәҡәттәр алдынан, осрашып, аралашыу ысулы ла булып тора.

Йомаш ауылында ,, Күңелебеҙ көтә шаян яҙҙы"исемле байрам кисәһе үтте. Байрамды директорзың тарбиәүи эш буйынса урынбаҫары Байсыуаҡова Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы менән берлектә китапханасы Альбина Шөгәйеп ҡыҙы , йәнле, матур итеп алып барҙы. Байрамдың тәүге өлөшөндә Йомаш ауыл хакимиәт башлығы Барый Фәйрүз улы ауылдаштарҙы яҙ байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, уңыштар теләне. Унан һуң тыл ветераныбыҙ, ауылыбыҙҙың ир-уҙаманы, Байегетов Әхмәтйән олатайҙы 95 йәше менән ҡотлап, уға район хакимиәте ебаргән хатты һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалын тапшырҙы, ҡотлап бүләк бирҙе. Был сарала олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп күңел асты. Зөлфирә Миннулла кыҙы Шахмөхәмәтова самауыр сәйе менән һыйлаһа, кемдәрҙер үҙ продукцияһын һатыуға ҡуйҙы. Халыҡҡа ит -һөт продукцияһы, ҡамыр ризыҡтары, башҡа әйберҙәр һатып алыуға мөмкинселек булды. Байрамда балаларҙың күп булыуы, сараға дәрт кенә өҫтәне, ихлас уйнаны, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты улар. Ир- егеттәр гер күтәреүҙә,(Йәғәфәр Әмир улы етәкселегендә) көс һынашһа, тоҡ менән югереүҙе Әлиә Әхмәтйән ҡыҙы ойошторҙо һәм биҙрәләргә ҡар ташлап, эстафета ярыштарыла ойошторолдо. Халыҡ таланттарына ла үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеүгә мөмкинселек бирелде. Сараның иң мөһим өлөшө булып - ҡарасҡы яндырыу булды. Ауылыбыҙҙың депутаты Миннегәле Ҡурмашевтың һаламдан яһап ҡурсаҡ һынының яныуын ҡыҙыҡһынып күҙәтте балалар. Насар уйҙар, бөтә аламалыҡтар артта ҡалып, ошо утта янып бөтһөн,тип теләне халыҡ. Һәр ваҡыттағыса, тыныслыҡ килһен, яугирҙәребеҙ имен- һау әйләнеп кайтһын тыуған яҡтарына, тигән теләк ине һәр кешенең уйында. Ойоштороусыларға, спонсорзарга ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бағымсыларыбыҙ булып Килдеғошов Xәйҙәp М. Иҫәнoв Аpcлан А. Бopoдин Алекcей Г. Шахмахаматова Фәйрүзә Х., Килдегошова Зөһрә Ш., Тойғонова Зәйтүнә В. торҙо. Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, гел шулай ауыл өсөн янып- көйөп торһондар!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас