Билал ауылының тыл ветераны Нәфисә инәй Мәхмүтоваға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы тапшырылды.
Ҡотлау һүҙе менән биләмәнең ветерандар Советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы, ауыл хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улы, ауылдаштары исеменән Гөлдәр Фазлиәхмәт ҡыҙы сығыш яһаны, изге теләктәрен еткерҙе.
Оло быуын вәкилдәренең кемеһен генә алһаң да – бөтәһенең дә яҙмыштары бер үк. Нәфисә инәй ҙә үҙ елкәһенә төшкән һынауҙы сабырлыҡ менән үткәрә белгән. Ниндәй генә михнәт кисерергә тура килһә лә, һыр бирмәгән, уфтанмаған. Аҡса, мал, дан – шөһрәт – быларҙың береһе лә ҡыҙыҡһындырмаған уны, бары Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы башҡарыу өсөн тырышҡан. Нәфисә инәйгә иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ҡурсалауы аҫтында бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ!
Райхана Булатова, китапханасы.