Был хаҡта Дәүләт башлығы Курск төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
/ ... /3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы/.../. Генераль штабтың баш оператив идаралығы етәкселегенә лә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы көстәренең Генераль штабы начальнигы — оборона министрының беренсе урынбаҫары Валерий Герасимовтың докладын тыңлағандан һуң.
Был подразделениела Башҡортостандан мобилизацияланғандар, шул иҫәптән Өфөнән «Ҡайтыр» позывнойлы махсус хәрби операция ветераны Павел Самойлиндың улы Илья хеҙмәт итә. Был хаҡта Самойлин социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәрҙең алғы һыҙыҡтағы уңыштарында Башҡортостан тылының ярҙамы ҙур.