+21 °С
Болотло
Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай»тип аталған акция үтте. Сара сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе онлайн-эҙләү үткәрелә.
«Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһы Матбуғат йортонда үтте. Ойоштороусыһы-«Ватандаш» республика ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм әҙәби-нәфис журналы, Башҡортостан Республикаһындағы «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе ағзалары. Тап улар бөгөн юғалған геройҙарҙы эҙләүҙә ярҙам итә.
«Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева журналдың тәүге тапҡыр ошондай акцияны уҙған йылда уҙғарыуы хаҡында һөйләне. Шул саҡта дүрт кешене тапҡандар. Быйыл акция киңерәк масштабты алығыҙ.