Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Март 2025, 06:55

Барыһы ла яугирҙәр өсөн!

Таулыҡай ауылының Хәнифә Ишалина етәкселегендәге “Уңғандар” түңәрәгендә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәргә ун туғыҙ дауалаусы билбау тегеп һәм туғыҙ түбәтәй бәйләп “Беҙ бергә!” Баймаҡ районы ирекмәндәр төркөмөнә алып килеп тапшырҙы. Тапшырып ҡына ҡалманы, уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Таулыҡай ауылының Хәнифә Ишалина етәкселегендәге “Уңғандар” түңәрәгендә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәргә ун туғыҙ дауалаусы билбау тегеп һәм туғыҙ түбәтәй бәйләп “Беҙ бергә!” Баймаҡ районы ирекмәндәр төркөмөнә алып килеп тапшырҙы. Тапшырып ҡына ҡалманы, уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Баймаҡ” позывнойлы яугирҙең үҙ ҡулдарына тотторҙо. Яугир үҙенә генә түгел, бергә яуҙа йөрөгән егеттәренә лә кәрәклеген белдерҙе. Һөҙөмтәлә тағы ла һигеҙ билбау һәм түбәтәй бирелде. “Баймаҡ” ирекмәндәргә бүләктәр өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.   

“Баймаҡ” МХО башланғандың тәүге көнөнән үк мобилизацияланған.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас