+21 °С
Болотло
Тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы аферистарға 5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Күгәрсен районынан 68 йәшлек пенсионерға банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре исеменән алдап шылтыратып, уның исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр итәләр. Быға юл ҡуймау өсөн шылтыратыусылар кредит лимитын бөтөрөү өсөн банктан займ алырға, ә аҡсаны махсус һаҡлыҡ иҫәбенә ебәрергә тәҡдим итә. Аферистар пенсионерҙы миллион һумдан ашыу аҡса күсереүгә күндерә.
Һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ!