Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Март 2025, 07:10

Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам ҡарала

Балиғ булмаған балалар матди ярҙам алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында республика законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын әҙерләй.

Бер тапҡыр бирелә торған ике миллион һум күләмендәге түләүҙе алыусылар һанын һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең балиғ булған балалары (әгәр улар берҙән-бер ғаилә ағзалары булһа) иҫәбенә киңәйтергә тигән тәҡдим бар. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, балиғ булмаған балалар матди ярҙам алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.

Закон проекты март аҙағында пленар ултырышта ҡарала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас