Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
15 Март , 13:05

Афарин, Баймаҡ педагогтары!

Улар республика конкурсында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште

Афарин, Баймаҡ педагогтары!
Афарин, Баймаҡ педагогтары!

<Торатау> Конгресс-холында  <Йыл Башҡортостан уҡытыусыһы>  төбәк конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Бында шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусылары,  мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, уҡытыусы-дефектологтар билдәләнде.  Баймаҡ педагогтары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.  Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында  <Миләш> балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Алина Исмәгғилева финалға сыҡты.  Темәс балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Зилә Низамова туған телдә тәрбиә биреүселәр араһында финалға сыҡты. <Күбәләк> балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Розалия  Мифтахитдинова  Бөтә донъя башҡорттарының Почетной грамотаһына лайыҡ булды.  Урғаҙа мәктәбенең биология уҡытыусыһы Гүзәл  Якупова ла  яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.  Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: