Яугир егеттәребеҙгә ауыл күстәнәстәре менән посылка оҙаттыҡ.
Әсе, сөсө икмәктәр, сәк-сәктәр, өй печеньеләре бешереп алып килеүҙәренә, бишбармаҡтар, концервалар, киптерелгән икмәктәр (сухари) әҙерләүгә ҙур өлөш индергән ауыл ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, Алтынбикә апай Ҡарасуринаға, Рәйлә апай Зәйнәғәбдиноваға, Вәзимә апай Буранбаеваға, Нәзирә Аҙнағоловаға, Гөлдәр Мамилинаға, Айһылыу Ҡарасуринаға, Рәсилә Аҙнағоловаға, Таңсулпан Йәрмөхәмәтоваға ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Темәстән ҡыҙым Айзилә Йосопова менән кейәүем Фәнил Маскаров ошо посылкаларҙы Ишейҙән килеп алып, таксист егетебеҙгә алып барып тапшырыуҙары өсөн айырыуса ҙур рәхмәт!
Таксисыбыҙға, бәлә-ҡазаһыҙ, имен-аман алып барып еткерһен, егеттәребеҙ күстәнәстәребеҙҙән ауыҙ итһендәр тигән теләктәр менән хәйерле юл теләйбеҙ.
Беҙ бергә һәм беҙ берҙәм!
Ишей ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе
Х.И.Ишдәүләтова.