Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
14 Марта 2025, 06:45

Яҙ килеүе шул булдымы?

Иртәгә Башҡортостанда +10 градусҡаса йылыта...

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

Шәмбе төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +5,+10.

Йәкшәмбе бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлда тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, һуңынан төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4, төньяҡта -9, көндөҙ + 1, +6 градус.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас