Новости
14 Март 2025, 11:50

Ҡарҙың тиҙ иреүе көтөлә

Был ҡайһы бер урында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүенә килтерәсәк...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығында республикала ҡарҙың ныҡ ирейәсәк көндәре аталды. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһының аномалиялары, шулай уҡ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы сәбәпле, 16-19 мартта ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә. Шуға күрә республика тораҡ пункттарының түбән урынлашҡан участкаларын ирегән һыу баҫыуы ихтимал. Кесе дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе һәм боҙ өҫтөнә һыу сығыуы ихтимал.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас