Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март , 10:50

Баймаҡ агросәнәғәт колледжына Зекериә Аҡназаровтың исеме бирелде

Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин фекеренсә, Баймаҡ йәштәре данлыҡлы шәхесебеҙ өлгөһөндә тәрбиәләнеп, уның кеүек юғары үрҙәргә ынтылып, тыуған ере өсөн кәрәкле кеше булып үҫергә тейеш

Баймаҡ агросәнәғәт колледжына Зекериә Аҡназаровтың исеме бирелде
Баймаҡ агросәнәғәт колледжына Зекериә Аҡназаровтың исеме бирелде

Баймаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы хәҙер Зекериә Аҡназаров исемен йөрөтә. Хөкүмәттең ошо турала ҡарары 12 мартта Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

Шулай уҡ документта колледж биләмәһендә республиканың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Министрҙар Советының элекке рәйесе бюсын ҡуйыу ҡаралған.

4 февралдә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: