Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2025, 05:55

Ике класташына бысаҡ менән сәнскән

Был хәлдән һуң ике үҫмер дауаханаға оҙатылған

Түбәнге Новгород мәктәбендә булған хәлдән һуң ике үҫмер дауаханаға оҙатылған. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының урындағы идаралығы хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусылар араһында бәхәс сыҡҡан. Әле йәрәхәтләнгән уҡыусыларҙы табиптар ҡарай, уларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Мәктәптә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Бер нисә телеграм-канал хәбәр итеүенсә, 8-се класс уҡыусыһы иптәштәренә бысаҡ менән ташланған. Ике уҡыусының муйынын һәм эсен яралаған. Әле уны полиция эҙләй. Быға тиҫтерҙәренең йәберләүе сәбәпсе булыуы ихтимал.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас