Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2025, 09:25

60 һумҡа билет алып, 15 миллион һум отҡан

Ҡатнашыусы лотерея үҙәгенә еңеү аҡсаһын һорап мөрәжәғәт итмәгән әле...

Башҡортостанда йәшәүсе лотереяла 15 миллион һумдан ашыу отҡан. «Столото» мәғлүмәттәре буйынса, 11 мартта Мәскәү ваҡыты буйынса 17.30 сәғәттә "Спортлото" лотереяһының 13976 тиражы барышында 45-тән 6 — һы күп миллионлы суперприз-15 271 876 һум уйнатыла. Башҡортостан кешеһенә бәхет йылмая. Ҡатнашыусы лотерея үҙәгенә еңеү аҡсаһын һорап мөрәжәғәт итмәгән әле. Бәлки, ул үҙенең бәхете тураһында белмәйҙер ҙә. Әлеге ваҡытта бәхетле кешенең мобиль ҡушымтанан 60 һумға бер билет һатып алыуы ғына билдәле. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас