Иҫке Сибай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы яңы состав менән йәнле эш башланы.
Март башында үткән ултырышта советтың рәйесе итеп Кәримова Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы һайланды. Ҡатын- ҡыҙҙар эште ҙур сауаплы эштән башланы, 8 март көнө, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең әсәләрен, ҡатындарын ауылыбыҙҙың "Фәтихә" мәсетенә ифтар мәжлесенә саҡырҙы. Осрашыу ваҡытында МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт теләп, һәләк булған яуғирҙәр рухына бағышлап аяттар уҡылды, хәйерҙәр таратылды. Һәр ҡатын үҙенең уй-фекере, кисерештәре менән уртаҡлашты, күңел биреп туйғансы һөйләшеп, бүләктәр алып таралышты. Рамазан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын, барыбыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ, тыныслыҡ насип итһен!