Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының кәңәшмәһендә Үрге Яйыҡбай ағинәйҙәре ҡоро рәйесе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы Мырҙағәлинаға район ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды. Был мәртәбәле йыйында Үрге Яйыҡбай ағинәйҙәренең эшмәкәрлегенә бик яҡшы ыңғай баһа бирелде, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Ысынлап та, беҙҙең ағинәйҙәр ауылдың, биләмәнең, райондың тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Улар “Айыҡ ауыл - 2023” республика конкурсы барышында барлыҡ сараларҙың да уртаһында булды, бөгөн махсус хәрби операцияға ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ. Был эштәрҙе ойоштороуҙа ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙының эшмәкәрлеге, ысынлап та, оло баһаға лайыҡ. Ул бар эштә өлгөр, уңған булыуы менән һоҡландыра. Яңы уйҙар менән янып, уны тормошҡа ашырыу өсөн бар көс һалыуы менән дә барыһына ла үрнәк.
Хөрмәтле Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы! Һеҙҙе һәм һеҙҙең йөҙөгөҙҙә барлыҡ ағинәйҙәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, иман байлығы, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Артабан да әүҙемлелегеҙҙе ташламай, ауылдың йәме булып, аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе биреп, именлектә, тыныслыҡта йәшәргә насип булһын. Шулай уҡ иле, тыуған ере, киләсәк өсөн янып эшләгән бар район ағинәйҙәрен матур яҙ байрамы менән ҡотлап, тик ҡыуаныстар кисереүҙәрен теләйем.
Гүзәл Монасипова, район ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.