Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Март 2025, 10:30

Иң яҡты хыялдар менән

Ағинәйҙәрҙең яуҙағы батырҙарыбыҙға арнап йырлаған йырҙары ла күңелдәргә үтеп инде. Үткән эштәренә йомғаҡ яһап, киләсәккә тағы ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйған район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ!..

Иң яҡты хыялдар менәнИң яҡты хыялдар менән
Иң яҡты хыялдар менән

Район ағинәйҙәре йыйын үткәрҙе

Район-ҡалабыҙҙағы бер сараны уларһыҙ күҙ алдына килтереп булмайҙыр. Бынан тыш балалар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эштәр, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү, йәмғиәтте яҡтылыҡҡа саҡырған кисәләр үткәреү, һаулыҡты хәстәрләү, халҡыбыҙ тарихын һаҡлау, милли кейем, ризыҡты данлаған оҫталыҡ дәрестәре... Эйе, быларҙың барыһын да беҙҙең хөрмәтле ағинәйҙәр башҡара.

Баймаҡ районы ағинәйҙәренең йыйыны ла мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе, төрлө темаларға туҡталды. Был сара район китапханаһында үтте. Оойшма рәйесе Гүзәл Монасипова норматив - хоҡуҡи документтар - Устав, положение, эш пландары менән таныштырҙы, башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Артабан ауыл биләмәләренең “Ағинәй” рәйестәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Гүзәл Мидхәт ҡыҙы махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороу- “Ағинәйҙәр” ойошмаһы өсөн беренсе урында булыуын әйтеп үтте. Был йәһәттән әүҙем һәм тырыш эшләгән бар район ағинәйҙәренә оло рәхмәтен еткерҙе.

Улдары махсус хәрби операцияла булған урындарҙағы “Ағинәйҙәр” рәйестәре менән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уларға -- Сибәрбикә Теләүсина (Ишмырҙа), Альмира Мәҡсүтова (Семеновск), Миңһылыу Сәлимова (Ишмөхәмәт), Миңзәлә Ямантаева (Мерәҫ), Зөлхәбирә Мырҙагалина (Үрге Яйыҡбай) район Советының Рәхмәт хаттары һәм бүләктәре тапшырылды. Улы МХО-ла батырҙарса һәләк булған Миңһылыу Сәлимова ауыр саҡта терәк-таяныс булған ағинәйҙәргә оло рәхмәт һүҙәҙрен еткереп, тиҙерәк һуғыш бөтөп, яугирҙәрҙең именһау ҡайтыуын теләне. Күгиҙел ауылының ойошмаһын етәкләгән Сания Манапова яугирҙәрҙең именлегенә, һәләк булғандарының рухына аят бағышланы . Сания хажиә мосолмандарҙың көтөп алған изге Рамаҙан айында күберәк изгелектәр эшләп ҡалайыҡ , тип вәғәз һөйләне .

Райондың ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, МХО - ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән бәйләнеш булдырған, милли традициялар, йола - кәсептәрҙе тергеҙеүгә һәм таратыуҙа әүҙем эшләгән ауыл биләмәләренең ағинәй ойошмаларына һәм уларҙың рәйестәренә - ҠуянтауҙанМиңлегөл Ҡоланбаева, ИшейҙәнХәлиҙә Ишдәүләтова, Ғүмәрҙән Зөбәйҙә Үҙәнбаеваға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Йыйында тәжрибә майҙансыҡтары ла эшләне. Таһир ауылы ағинәйе Мәрйәм Байраҡаева бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уның доғалар уҡый-уҡый, йән һаҡлағысты әҙерләүен барыһы ла иғтибар менән тыңланы, һорауҙар ҙа бирҙеләр.

Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре милли кейем һәм милли биҙәүестәр күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Ойошма етәксеһе Илүзә Йосопова МХО - ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эш, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән быуындар бәйләнеше, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эш тәжрибәһе менән бүлеште.

Ағинәйҙәрҙең яуҙағы батырҙарыбыҙға арнап йырлаған йырҙары ла күңелдәргә үтеп инде. Үткән эштәренә йомғаҡ яһап, киләсәккә тағы ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйған район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ!

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас