Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Март 2025, 03:42

Гимн авторҙары - Баймаҡ шәхестәре!

Республика кимәлендә билдәле үҙенсәлекле шағирә Фирүзә Абдуллина шиғырына танылған йырсы һәм композитор Рәмил Туйсин яҙған "Йәшәһен башҡорт аты!" йыры "Башҡорт атына гимн" республика йыр конкурсында еңеү яуланы!   Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисов етәкселегендәге компетентлы жюри конкурсҡа республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тәҡдим ителгән 150-нән ашыу ижади эште ҡараны һәм шундай баһа сығарҙы.

Гимн авторҙары - Баймаҡ шәхестәре!

 

Республика кимәлендә билдәле үҙенсәлекле шағирә Фирүзә Абдуллина шиғырына танылған йырсы һәм композитор Рәмил Туйсин яҙған "Йәшәһен башҡорт аты!" йыры "Башҡорт атына гимн" республика йыр конкурсында еңеү яуланы!

Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисов етәкселегендәге компетентлы жюри конкурсҡа республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тәҡдим ителгән 150-нән ашыу ижади эште ҡараны һәм шундай баһа сығарҙы.

Гимн авторҙарының тап Баймаҡ районынан булыуы һәм "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленең дә беҙҙең ерлектә тыуыуы һәм үткәрелеүе ҙур ғорурлыҡ тыуҙыра.

Афарин, Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы һәм Рәмил Париж улы, йәшәһен башҡорт аты, йәшәһен "Башҡорт аты" фестивале!

Азамат Мөхәмәтшин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас