Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Март 2025, 13:55

Лайыҡлы награда менән!

Бөгөн 8 Март — Халыҡ- ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайы менән Баймаҡта уҙған байрам сараһында Билал ауылы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙына БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.

Лайыҡлы награда менән! Райхана Булатова оҙаҡ йылдар Билал ауылы китапханасыһы булып эшләй. Ауылдаштары менән даими рәүештә төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, кисәләр уҙғара. Балалар ҙа һәр ваҡыт унда көтөп алынған ҡунаҡ. Райхана Эдуард ҡыҙы «Һаҡмар» гәзитенең тоғро дуҫы ла ул. Шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Ауылдаштары хаҡында матур һүрәтләмәләр, урында алып барылған эштәр тураһында һәр ваҡыт социаль селтәрҙәр аша таныштырып бара. Бөгөн 8 Март — Халыҡ- ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайы менән Баймаҡта уҙған байрам сараһында Райхана Эдуард ҡыҙына БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.  Беҙ уны ихлас күңелдән лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Лайыҡлы награда менән!
Лайыҡлы награда менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас