Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Марта 2025, 05:25

Өс йөк машинаһы төкөшкән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбенән Өфө яғына юлланған 41 йәшлек «Вольво» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан...

Өс йөк машинаһы төкөшкәнӨс йөк машинаһы төкөшкән
Өс йөк машинаһы төкөшкән

Иглин районында өс йөк машинаһы бәрелешкән. Авария бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә М-5 «Урал»автомобиль юлының 1505-се саҡрымында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбенән Өфө яғына юлланған 41 йәшлек «Вольво» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан Юл ситендә «Мерседес» автовозы менән бәрелешә. "Вольво" нан һуң "Скания" ға бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 61 йәшлек «Мерседес» водителе дауаханаға оҙатылған. Автовоздың еңел автомобилдәренә механик зыян килгән. Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторҙо.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас