Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март 2025, 08:15

Темәстә - милли ат сабышы

Сараның бағыусылары яугирҙәребеҙгә аҡсалата ярҙам күсерҙе. Афарин!

Темәстә - милли ат сабышыТемәстә - милли ат сабышы
Темәстә - милли ат сабышы

 Тҽмәс ауылында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, 112-се башҡорт кавдивизияһы яугирҙәренә, шулай уҡ МХОла ҡатнашыусыларҙыңһәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итҽү йылына арналған традицион милли ат сабыштары үткәрҽлдҽ!!
Атайҙарыбыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарған олатайҙарыбыҙ, тылда эшләгәндәр, емерелгән илде тергеҙгәндәр, шулай уҡ бөгөн үҙебеҙҙәрҽн йәлләмәйенсә Тыуған Илебеҙҙе фашизмдан яҡлаған һәм һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ат сабыштары үттҽ.
Быйылғы ярыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, Башҡортостандың милли ат спортын тергеҙеүгә, популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә маҡсатланған.
Башҡорттар араһында элек-электән йылҡысылыҡҡа ҙур иғтибар бүленә. Темәстәр үҙҙәренең аттарында Рәсәй империяһының Башҡорт ғәскәре составында Петр I-нең Азов походында (16951696), Шведтар Менән Төньяҡ һуғышында (1700-1721), Германияла ете йыллыҡ һуғышта (1756-1763), 1812 йылғы Ватан һуғышында, рус-төрөк һуғышында (1828-1829), 1917-1922 йылдарҙағы Граждандар һуғышында, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар.
Башҡортостандың ат сабыштары донъяның иң яҡшы күргәҙмәләрендә бер нисә тапҡыр һоҡланыу уятты.
Был боронғо йолалар республикабыҙҙа уңышлы тергеҙелә. Ат спорты менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем, бигерәк тә балалар һәм йәштәр шөғөлләнә ала. Беҙҙең районда ла йылҡысылыҡ һәм ат спорты үҫешенең тап ошондай юл менән барыуы ҡыуаныслы.
Барыбыҙға ла ерҙә тыныслыҡ теләйем, һуғыш тиҙерәк тамамланһын, балаларыбыҙ, геройҙарыбыҙ фронттан тиҙерәк ҡайтһын.
Ә ат сабыштарында ҡатнашыусыларға уңыштар һәм уңыштар теләйем, ә барыһына ла яҡшы кәйеф, сағыу хистәр һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар тҽләп ҡалабыҙ.
Ярышты матур йыр-моңдар биҙәнҽләр.
Шулай уҡ, балалар араһында шиғырҙар, һүрәттәр конкурсыла үткәрҽлдҽ һәм Набиуллин Илсур балаларҙы тәмлҽ бүләктәр мҽнән бүләкләнҽ. Бағыусылар шулай уҡ МХОлағы ҽгҽттәргә аҡсалата ярҙам күсҽрҙе.

Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы.

Темәстә - милли ат сабышы
Темәстә - милли ат сабышы
Темәстә - милли ат сабышы
Темәстә - милли ат сабышы
Темәстә - милли ат сабышы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас