+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Байыш ауылы мәктәбендә ,Рәсәйҙә Ватанды Һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә ,Байыш ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә волейбол турниры үтте.
1-се урынды Ишмөхәмәт ауылы командаһы яуланы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ Байыш мәктәбендә "Герой партаһы" асыу тантанаһы үтте һәм МХО ға бағышланған музей булдырылды . Сараға мәрхүмдәрҙең яҡындары саҡырылды. Шулай уҡ сарала район Советы секретары Иҙел Данил улы Әбүбәкеров ҡатнашты.